Рекламный баннер 990x90px bantop
#сибайскиймузей #музеиРБ
09:57 22.05.2025 16+
#сибайскиймузей #музеиРБ
Сегодня сотрудники Сибайского музея посетили музеи .
Целью посещения стало знакомство с музеем, посвященной памяти выдающегося скульптора Хайдара Халидаровича Гарипова к 70-летнему юбилею города, музея СВО и истории Сибайского института, а также обмен опытом с коллегами.
______________
Бөгөн тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре, Өфө фән һәм технология университетының Сибай институтында урынлашҡан интерактив Махсус хәрби операция музейы, яңы ғына асылған билдәле скульптор, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәйҙәр Хәлидәр улы Ғариповтың һәм Сибай институты музейында ҡунаҡта булдыҡ.
Һәр музей үҙенең бай йөкмәткеле, уникаль булыуы менән күңелгә ятты .
Росмолодежь Гранты ярҙамында барлыҡҡа килгән интерактив Махсус хәрби операция музейы тураһында уның етәксеһе Юлиә Александр ҡыҙы Кулуева һөйләне. Унда Сибай ҡалаһының, Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Ейәнсура, Учалы, Бөрйән, Йылайыр райондарынан МХО-ла батырҙарса һәләк булған яугирҙәр хаҡында белергә мөмкин. Студенттар ғына түгел, килгән ҡунаҡтар өсөн дә тарихта ҡаласаҡ МХО бик кәрәкле һәм фәһемле буласаҡ.
Х.Х.Ғариповҡа һәм Сибай институтына арналған музейҙар менән беҙҙе экскурсовод Рәүилә Сәфәрғәле ҡыҙы Хәсәнова таныштырҙы.
Әлеге мәлдә кескәй генә бүлмәлә урынлашһа ла, Х.Х.Ғарипов музейы бик яҡты, ылыҡтырғыс. Яңы асылғанға күрә ул тулыланыу өҫтөндә.
Ә инде Сибай институты асылған көндәрҙән экспонаттар тупланып эшләп килгән төп музей үҙенең ҙурлығы, үтә лә бай булыуы, хатта, институттың тәүге директоры З.Ғ.Йәрмөхәмәтовтың көс туплап алған З.Вәлидиҙең өҫтәле лә унда һаҡланыуы менән һоҡландырҙы!
Киләсәктә, был музейҙар гөрләп эшләр, уларҙы килеп ҡараусылар һаны артыр тигән ыщаныстабыҙ!

Оставить сообщение: