Рекламный баннер 990x90px bantop

#культурабашкир

07:49 21.05.2025 16+
#культурабашкир
Башҡорт халыҡ уйындары — башҡорт халҡының тарихи яҡтан нығынған күңел асыу, уйын-көлкө, тамаша ҡылыу саралары һәм спорт, бейеү, йыр бәйгеләре ул. Башҡорт халыҡ уйындары күсмә мәҙәниәт традицияларында формалашҡан һәм башҡорттарҙың тарихы, хеҙмәте, көнкүреше һәм йолалары менән бәйле үҫешкән. Уйындар кешелә ғәйрәтлелек, сыҙамлылыҡ, етеҙлек кеүек сифаттар үҫтерә һәм тәрбиәләй, башҡалар менән аралашырға, хеҙмәт һәм хәрби ҡоралдар менән эш итергә өйрәтә. Уйындарҙың берәүҙәре ҡатнашыусыларҙың уҙышыуына, ярышыуына, икенселәре оҫталыҡты күрһәтеүгә, өсөнсөләре донъяны танып белеүгә ҡоролған
сифаттарын тәрбиәләргә булышлыҡ итә.
Элек уйын ваҡыттарында туранан-тура һунар, хеҙмәт ҡоралдары ҡулланылһа, тора-бара уҡ-йәйә, һөңгө, таш урынына таяҡ, шар, туп һәм башҡа шундай нәмәләр ҡуллана башлағандар. Шул рәүешле хеҙмәт деталдәрен үҙ эсенә алған спорт уйындары тыуған.
Башҡорт халыҡ уйындары ҡатмарлы үҫеш баҫҡыстары үткән. Беҙҙең көндәргә килеп еткән уйындарҙа халыҡтың боронғо ышаныуҙарын, хәрби мөнәсәбәттәрҙе һәм күп төрлө хеҙмәт деталдәрен күреп була. Мәҫәлән, тәүтормош кешеләренең төрлө ышаныуҙары «Ҡарға бутҡаһы», «Убыр әбей», «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Соҡор туп», «Ашыҡ сағыу», «Үгеҙ уйыны», «Һаҡыташ» кеүек уйындарҙа һаҡланған.
«Сәпәмә туп» уйынында ла һауанан осоп килгән тупты тотоп алып, йән-фарман ҡасып барған «дошманға» бәреп, уны «үлтереү», уйынсынан ҙур тәжрибә, көсөргәнешле күнегеү талап итә. Күреүебеҙсә, халыҡ уйындары — халыҡ көнкүрешенең кескәй бер сағылышы, тимәк, халыҡ үҙе ижад иткән төрлө уйындар ярҙамында йәш быуынды тормош көтөргә, матур ғүмер итергә әҙерләй.
360

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ