Рекламный баннер 990x90px bantop
#культурабашкир
10:42 28.05.2025 16+
#культурабашкир
Һунарсылыҡ тарихы
Башҡорттарҙа һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ нигеҙҙәре тәүтормош-община ҡоролошо замандарынан уҡ килә. Уларҙың Булғар ханлығына, татар-монгол урҙаһына, Мәскәү батшалығына яһаҡты ҡиммәтле йәнлек тиреләре менән түләгәне билдәле. Был һунарсылыҡ кәсебе үҫешкән булыуына дәлил булып тора. Тире өсөн ҡондоҙ, һыуһар, ҡама, төлө, аҫ, шәшке, кеш, йәтсә, тейен, һеләүһен, айыу, ҡуян кеүек йәнлектәргә һунар иткәндәр. Бәләкәйерәк кейектәрҙе ҡуян, төлкө, шәшке, кеште тоҙаҡ, ҡапҡан менән тотҡандар, айыу, бүреләрҙе махсус соҡорҙар ҡаҙып, тәпкеләр ҡороп аулағандар. Һунар ҡоралдары булып һөңгө, суҡмар хеҙмәт иткән. Махсус өйрәтелгән һунар ҡоштары — бөркөт, ҡарсыға менән дә аулғандар.
Ит өсөн ҡыр ҡаҙҙары, ҡыр өйрәктәре, һуйыр, ҡор, ағуна, сел кеүек ҡыр ҡоштары ауланған. Уларҙы һунар ҡоштар ярҙамында ла тотҡандар, уҡ йәки мылтыҡ менән дә атҡандар. Шулай уҡ махсус япмалар (әүен) ҡулланғандар.
Торнаға, бөркөткә, ҡарғаға, аҡҡошҡа, ҡарсығаға, ябалаҡҡа, өкөгә һунар итеү тыйылған. Йыртҡыс йәнлектәрҙең итен ашамағандар. Дарыу өсөн бурһыҡ Һәм айыу ите, майы файҙаланылған.
Ҡоралай, мышы, ҡуяндан итле ризыҡтар әҙерләнгән. Ҡош итенән төрлө бәлештәр бешергәндәр, ә поход шарттарында ағасҡа ҡаҙап, утта ҡыҙҙырғандар. Юлда йөрөгәндә, һунарҙа булғанда ҡыр кәзәләрен ергә күмгәндәр һәм өҫтөнә ут яғып бешергәндәр.

Оставить сообщение: