Рекламный баннер 990x90px bantop
#BashStyle
07:25 30.05.2025 16+
#BashStyle
#Сығарылыш2025
#АлтынайБалаларБаҡсаһы
Май, май, май айы
Айырылышыуҙар айы.
Һуңғы ҡыңғырау уйнай ,
Сығарылыштар гөрләй.
Бына беҙҙең баҡсала ла
Сығарылыш байрамы үтте.
Байрам ябай булманы,
Башҡорт рухында булды!
Балалар менән бергә
Теләк тауына барҙыҡ,
Изге теләктәр әйтеп
Йәмле яланға төштөк.
Матур сәскәле яланда
Күңел астыҡ бергәләп.
Моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр,
Эх, үтте күңелдәргә!
Белем иле йәшәүселәре
Беҙгә ҡунаҡҡа килде,
Беҙҙең уңған балалар
Уларға ныҡ оҡшаны!
Магистр, Хәрефбикә,
Белем Феяһы хатта,
Беҙҙән хайран ҡалдылар
Белем иленә саҡырҙылар.
«Bash style» сығарылышы
Бик матур, дәртле үтте!
Ҡарлуғас түгел- бөркөттәр!
Оҙаттыҡ беҙ мәктәпкә.
Урал батыр кеүек егеттәребеҙ,
Һомай кеүек ҡыҙҙарыбыҙ.
Һеҙҙе онотмайбыҙ беҙ!
Аҡ юл, бөркөттәребеҙ!
#Сығарылыш2025
#АлтынайБалаларБаҡсаһы
Май, май, май айы
Айырылышыуҙар айы.
Һуңғы ҡыңғырау уйнай ,
Сығарылыштар гөрләй.
Бына беҙҙең баҡсала ла
Сығарылыш байрамы үтте.
Байрам ябай булманы,
Башҡорт рухында булды!
Балалар менән бергә
Теләк тауына барҙыҡ,
Изге теләктәр әйтеп
Йәмле яланға төштөк.
Матур сәскәле яланда
Күңел астыҡ бергәләп.
Моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр,
Эх, үтте күңелдәргә!
Белем иле йәшәүселәре
Беҙгә ҡунаҡҡа килде,
Беҙҙең уңған балалар
Уларға ныҡ оҡшаны!
Магистр, Хәрефбикә,
Белем Феяһы хатта,
Беҙҙән хайран ҡалдылар
Белем иленә саҡырҙылар.
«Bash style» сығарылышы
Бик матур, дәртле үтте!
Ҡарлуғас түгел- бөркөттәр!
Оҙаттыҡ беҙ мәктәпкә.
Урал батыр кеүек егеттәребеҙ,
Һомай кеүек ҡыҙҙарыбыҙ.
Һеҙҙе онотмайбыҙ беҙ!
Аҡ юл, бөркөттәребеҙ!
Оставить сообщение: