Рекламный баннер 990x90px bantop

19 сентябрҙә Сибай сәнғәт колледжында 9-се төбәк–ара мөнәжәт әйтеүселәр бәйгеһе уҙҙы

17:24 20.09.2025 16+
19 сентябрҙә Сибай сәнғәт колледжында 9-се төбәк–ара мөнәжәт әйтеүселәр бәйгеһе уҙҙы. Быйыл бәйге Василий Поленов исемендәге Рәсәй Дәүләт халыҡ ижады йортоноң 110-йыллыҡ юбилейына һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең «Рәсәй йәне» дәүләт премияһы лауреаты, фольклорсы, сәсәниә, Сибай ҡалаһының Почетлы гражданины мөнәжәт әйтеүселәр бәйгеһенә нигеҙ һалыусы Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллинаның 70- йыллыҡ юбилейына бағышланды.

9-се төбәк–ара мөнәжәт әйтеүселәр бәйгеһендә ҡатнашырға теләк белдереүсе Баймаҡ, Хәйбулла, Ҡыйғы, Әбйәлил, Архангель, Йылайыр, Ейәнсура райондарынан, Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан һәм Силәбе өлкәһенән 50-гә яҡын конкурсанттан ғариза ҡабул ителде.
Конкрсанттарҙҙың ихлас әҙерләнеп, мөнәжәттәрҙе, нәсихәттәрҙе төрлө жанрҙа башҡарыуҙары, һәр төбәккә генә хас үҙ тарихы һәм матурлығы булған милли костюмдарҙың байлығы тамашасыларҙың күңеленә хуш килгәндер, моғайын.
Артабан «Мөнәжәт һәм нәсихәтте башҡарыу сәнғәтен тергеҙеү. Мәүлит Ямалетдинов тарафынан эшкәртелгән Ҡөрьән сүрәләренең шиғри вариантын яңы жанр булараҡ тергеҙеү һәм үҫтереү. Сүрәләрҙең тәрбиәүи йоғонтоһон халыҡҡа еткереү һәм әүҙем пропагандалау» тигән темаға түңәрәк өҫтәл уҙғарылды. Бында Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина был жанрҙарҙың төрлөлөгө тураһында һөйләне, уларҙы айырырға һәм ҡуллана белергә өйрәтте.

Жюри ағзалары һәр конкурсанттың сығышына аныҡ анализ эшләгәндән һуң, урындар билдәләнде. Конкурсанттарға Дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.
1400

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ