Рекламный баннер 990x90px bantop

#ЮлХәрәкәтеҠағиҙәләре#ПоездарғаЮлБирегеҙ#ЮлХәүефһеҙлегеАйлығы#АҡһылыуБалаларБаҡсаһы

07:12 26.09.2025 16+
#ЮлХәрәкәтеҠағиҙәләре#ПоездарғаЮлБирегеҙ#ЮлХәүефһеҙлегеАйлығы#АҡһылыуБалаларБаҡсаһы
Поезд килә,поезд килә:
"Пип-пип-пип!"
Юлда торма,юлда торма,
Кит,кит,кит!
"Поездарға Юл Бирегеҙ!" иҫкәртеү айлығы сиктәрендә "Аҡһылыу" балалар баксаһының "Айыуҡай" төркөмө балалары менән төрлө саралар,әңгәмәләр үткәрелде.
Сараның төп маҡсаты — балаларҙа тимер юлдар янында булғанда хәүефһеҙ тәртип күнекмәләрен булдырыу.
Осрашыу барышында балалар тимер юлдағы төп тәртип ҡағиҙәләре менән танышты. Айырыуса иғтибар түбәндәге мәлдәргә йүнәлтелде:
1.Тимер юлдар янында уйындарҙы тыйыу!
2.Юлдарҙы билдәләнгән урындарҙа ғына үтеү кәрәклеге!
3.Электр ҡорамалдарына яҡынлашыу ҡурҡынысы!
4.Юл аша сыҡҡанда иғтибарлылыҡтың мөһимлеге!
Әңгәмә форматы балалар йәше өсөн яраҡлаштырылды: күргәҙмә материалдары, уйын элементтары һәм ябай аңлатмалар ҡулланылды. Тәрбиәләнеүселәр фекер алышыуҙа ҡыҙыҡһынып ҡатнашты һәм һорауҙар бирҙе.
Бындай иҫкәртеү саралары балаларҙа хәүефһеҙлек һәм тәртиптең дөрөҫ ғәҙәттәрен булдырырға һәм тимер юлдағы бәхетһеҙ осраҡтарҙы булдырмаҫҡа ярҙам итә.
537

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ