Рекламный баннер 990x90px bantop

#АлтынайБалаларБаҡсаһы

06:05 10.10.2025 16+
#АлтынайБалаларБаҡсаһы
#БашҡортостанРеспубликаһыКөнөМенән
#ШиғырБәйгеһе
#Ҡоролтай
Сибай калаһының "Алтынай" балалар баҡсаһында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған "Сәскә ат - Башҡортостаным!" шиғырҙар бәйгеһе булып үтте. Был бәйгелә мәктәпкәсә йәштәге 24 бала үҙ-ара көс һынашты. Балаларҙың дәртле бейеүҙәре, йырҙары бәйгене тағы ла сағыуыраҡ итте. Ә инде бәйгегә тик зәңгәр экрандарҙан ғына күреп белгән Тыт-Тырҙың килеүе балаларҙы хайран ҡалдырҙы.
Һәр бала бәйгегә бик етди әҙерләнгән. Шулай ҙа бәйге булғас еңеүсеһе лә була, ГРАН-ПРИНЫ мәктәпкә әҙерлек төркөмөнән Ғиниятов Эльдан яуланы.
Балалар "Тирмә", "Аҡ тирәк, күк тирәк" "Ат сабышы" уйындарын уйнап күңел дә астылар. Республикабыҙ көнөнә арналған сара барлыҡ балалаҙың "Иманлы ил" йырын йырлап йомғаҡланды.
Киләсәк быуындың Башҡортостаныбыҙҙы данлап, ғорурлыҡ менән шиғыр һөйләүҙәре бик һөйөндөрә.
Тыуған илебеҙҙе, еребеҙҙе һәм тәбиғәтебеҙҙе һаҡлайыҡ, данлайыҡ. Олоһона ла, кесеһенә лә ихтирамлы булайыҡ, дуҫтар.
Барығыҙҙы ла Башҡортостан Республикаһы көнө менән!!!
511

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ