Рекламный баннер 990x90px bantop

23 октябрь көндө «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһында «Урал батыр» эпосы аша балаларға рухи- патриотик тәрбиә биреү» темаһына методик көн үтте

08:13 24.10.2025 16+
23 октябрь көндө «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһында «Урал батыр» эпосы аша балаларға рухи- патриотик тәрбиә биреү» темаһына методик көн үтте. Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылды. Улар - Сибай ҡала мәғариф идаралығының мәктәпкәсә белем биреү методисы Д. Р. Асҡарова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, К. Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы А. С. Ғәйнуллина, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Сибай ҡалаһының Ҡоролтай ағзаһы Ф. Х. Ибраһимова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Сибай ҡалаһының Ҡоролтай ағзаһы Р. Ф. Айсыуаҡова. Шулай уҡ ҡала балалар баҡсаларының өлкән тәрбиәселәре, башҡорт төркөмдәрендә эшләүсе тәрбиәселәр килде.
«Урал батыр» эпосы   — башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина, ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө.
Сара балаларҙың сағыу сығышы менән башланып китте. Балалар баҡсаһы мөдире Р.Ғ. Иҙрисова сараны асып, “Урал батыр” эпосының балаларға рухи-патриотик, экологик тәрбиә биреү, ҡыҙҙарҙы Һомай образы, малайҙарҙы Урал батыр образы аша тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнауын билдәләп үтте.
“Урал батыр” эпосы буйынса балалар баҡсаһының ижади төркөмө төшөргән йәнһүрәтте ҡарау ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде.
Артабан ҡунаҡтар Шүлгән һәм Урал менән дүрт майҙансыҡта булдылар.
«Ҡатил батша илендә» сәсәндәр бәйгеһен күрҙеләр. Балалар ҡунаҡтарға нимә яҡшы, нимә яман икәнен төшөндөрөп бирҙеләр, изге эштәрен күрһәттеләр.
«Ҡәһҡәһә улы Зәрҡүм йылан батшалығында» бөтөнләй эпостың атмосфераһына сумдылар. Зәрҡүмдең кроссвордын сисеп, эпос тураһында белемдәрен нығыттылар.
“Аҡбуҙат иле” майҙансығында балаларҙың ата-әсәләре менән берлектә эшләгән һүрәттәр күргәҙмәһен, Аҡбуҙат һәм Һомайҙы һынландырған ҡул эштәре күргәҙмәһен, китаптар күргәҙмәһен ҡаранылар. Шулай уҡ “Урал батыр эҙҙәре буйлап” дидактик уйынын уйнап ҡаранылар.
“Һомай иле” майҙансығында ҡыҙҙарҙы Һомай кеүек көслө рухлы, аҡыллы, сая, нәзәҡәтле итеп үҫтереү өсөн төрлө алымдар менән таныштылар (“Һомай ҡыҙ” үҫтереүсе интерактив уйыны, «Тылсымлы балаҫ» уйыны, “Ҡурсаҡты кейендер” дидактик уйыны һ.б.).
Майҙансыҡтар буйлап сәйәхәт итеп, Урал батыр васыяттарын йыйып алдылар. Һәр васыятта (тәғлимәттә) тәрән тәрбиәүи мәғәнә ята. Ысынлап та, “Урал батыр” эпосының төп ҡиммәте – тәрбиә.
Методик көн бик фәһемле һәм уңышлы үтте. Барлыҡ ҡатнашыусыларға, ойоштороусыларға, балаларға, ата-әсәләргә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Башҡортостаныбыҙҙың ете мөғжизәһенә ингән эпособыҙҙы уҡыйыҡ, балаларға өйрәтәйек, уларҙы көслө рухлы итеп үҫтерәйек!
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
#Методиккөн
#Уралбатырэпосы
541

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ