Рекламный баннер 990x90px bantop
#АлтынайБалаларБаҡсаһы
08:13 24.10.2025 16+
#АлтынайБалаларБаҡсаһы
#Алтынасҡыстөркөмө
#фольклор#башҡорттеле
Балаларҙы башҡорт халҡының онотолоп барған кәсептәре менән таныштырыу маҡсатында, "Алтынай" балалар баҡсаһының "Алтын асҡыс" төркөмө балалары менән "Кейеҙ баҫыу" фольклор байрамы үткәрелде. Тәрбиәселәр Фәйрүзә Әдип ҡыҙы Мәхмүтова менән Айгөл Вәхәт ҡыҙы Әминева өмә тураһында балаларҙың күҙаллауҙарын байытты, кейеҙҙең башҡорт халҡы тормошонда әһәмиәтен аңлатты. Байрамға "Кейеҙ баҫыу" йыры, күмәк бейеү, ҡыҙҙарҙың кейеҙҙәр менән бейеүе дәрт һәм йәм өҫтәне. Музыкаль яҡтан биҙәүсе Лилиә Рафаил ҡыҙы Йәрмөхәмәтова. Балалар тыуған телдә мәҡәлдәр әйтте, шиғырҙар һөйләне.
Сара бик күңелле һәм фәһемле үтте, сөнки халыҡ йолаларын һәм ғөрөф -ғәҙәттәрен өйрәнеү - үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙә иң һөҙөмтәле сараларҙың береһе булып тора.
Ҡунаҡҡа Сибай ҡалаһының башҡорт төркөмөдәре тәрбиәселәре, башҡорт төркөмдәренең методик берекмәһе етәксеһе Әлфиә Ғаяз ҡыҙы Хәсәнова килделәр. "Кейеҙ баҫыу" фольклор байрамын ҡунаҡтар юғары баһаланы.
Байрамды әҙерләүгә һәм үткәреүгә ата- әсәләр ҙә йәлеп ителде.
Киләсәктә лә тәрбиәләнеүселәрҙе башҡорт йолалары, кәсептәре менән таныштырыу дауам итер.

Оставить сообщение: