Рекламный баннер 990x90px bantop

Яугирҙәребеҙ өсөн - окоп шәмдәре

15:03 24.11.2025 16+
Яугирҙәребеҙ өсөн - окоп шәмдәре

Арҡайым ҡасабаһының моделле китапханаһында окоп шәмдәре эшләү буйынса патриотик акцияһы үтте. Шәмдәр эшләүгә иң ҙур өлөштө Альбина Зәйнуллина индерҙе, ул 50 дана тимер банка һәм 10 кг парафин һатып алды. Шулай уҡ Арҡайым ҡасабаһы халҡы араһында бындай һауыттарҙы йыйыу иғлан ителде, ә һуңынан теләгән һәр кем өсөн оҫталыҡ дәресе ойошторолды.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға ярҙам итеү маҡсатында китапханала егерменән ашыу кеше йыйылды. Акцияла уҡыусылар, йәштәр, “Илһам” клубының әүҙем инәйҙәре һәм ололар ҡатнашты.

#Cибай #МХО
1748

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ