Рекламный баннер 990x90px bantop
#Әсәкөнө#Деньматери#Сибаймузейы
12:18 24.11.2025 16+
#Әсәкөнө#Деньматери#Сибаймузейы
Әсә... Ниндәй бөйөк исем...
Нимә етә әсә булыуға?!
Ҡатындарҙың бөтөн матурлығы,
Сибәрлеге әсә булыуҙа.
Эйе, бөгөн матур, бар кешелеккә берҙәй ҡәҙерле булған Әсә көнө. Ошо мөһим дата уңайынан, Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында урынлашҡан “Ватан” волонтерҙар клубы етәксеһе Дилә Ғәлимйән ҡыҙы тарафынан әҙерләнеп, музей хеҙмәткәрҙәре ярҙамы менән күркәм байрам ойошторолдо. Унда ҡалабыҙҙың Төйәләҫ һәм Таулы ҡасабаларынан, Әбйәлил районының Сиҙәм ауылынан ирекмәндәр саҡырылды.
Сара йыр-моң, шиғыр һөйләү, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап биреү менән аралаштырылып алып барылды. Залда тәмле-татлынан һығылып торған өҫтәл һәм ҡул эштәренән күргәҙмә - конкурс ойошторолдо. Баһалама ағзалары иһә урындар билдәләп еңеүселәрҙе билдәләне.
Ирекмәндәр араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашып йөрөгән ир-егеттәрҙең, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм булып ҡалыусыларҙың әсәләре лә бар. Шуға күрә, байрам мәлендә күҙ йәштәренә ирек ҡуйған мәлдәр ҙә булды.
Киләсәктә аяуһыҙ һуғыш бөтөп, бар әсәләр ҙә шатлыҡтан ғына илап, именлектә йәшәһен! Беҙҙең барыбыҙға ла әсәйҙәрҙең сикһеҙ һөйөүен, һиҙгер күңеленең һәм хәстәрлекле ҡулдарының ҡәҙерен белеп, рәхмәттәребеҙҙе әйтеп йәшәргә яҙһын. Әсә көнө - ғәзиз әсәйҙәребеҙҙең алдында баш эйеү, уның изгелегенә, хәстәрлекле ҡулдарына мәҙхиә йырлау өсөн иң уңайлы сәбәп булһын.

Оставить сообщение: