Рекламный баннер 990x90px bantop

Ҡәҙерле дуҫтар!

13:31 03.12.2025 16+
Ҡәҙерле дуҫтар!
Башҡорт теле көнөнә ҡарата ойошторолған акцияла күрһәткән әүҙемлегегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Тәүге өс һүҙгә дөрөҫ итеп, миҫалдар менән нигеҙләп яҙып ебәргән яуаптар айырыуса ҡыуандырҙы.
Улар араһынан - Линара Ҡырымғужина, Әлфиә Уйылданова-Хәсәнова, Нәзирә Ишкилдина, Гөлфинә Ишбулатова, Мәрйәм Зәкирйәнованы ҡотлайбыҙ. Шулай уҡ, ике һүҙҙе аңлата алған Рәйлә Хисмәтуллина, Таңһылыу Ғәйнуллина, Басир Шәриповты һәм Айгөл Маликоваға (1 һүҙ) артабан да уңыштар теләйбеҙ.



Дөрөҫ яуап шулай:
ЛАҒЫРЛАУ - күп һөйләү
ҠЫҪҠАЯҠ - ҡатын кешегә ҡарата әйтелә һәм уның алыҫҡа юл тотмауын, ғүмере бары тик йорт-ҡура тирәһендә генә үтеүен белдерә.
ЙОПАН - ялҡау, эшләргә яртамаған кеше

Артабанғы һүҙҙәр менән дә шулай булыр тигән ышаныста ҡалабыҙ. Бына улар:
АСМАН,
ҠУСҠАР,
ҠОШАН.
Дөрөҫ яуаптарҙы кем белә?
Һеҙҙән көмментарийҙар көтәбеҙ!

#башҡорттеле #Аҡмулла #башҡорттарымуҡыукәрәк #телхикмәте #йәдкәр #ҡоролтай #Сибайҡоролтайы #Сибаймузейы
2630

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ