Рекламный баннер 990x90px bantop

#ПатриотикТәрбиәбиреү

17:27 27.12.2025 16+
#ПатриотикТәрбиәбиреү
#АлтынайБалаларбаҡсаһы
#АлтынАсҡыстөркөмө
#ВатандыҺаҡлаусыларйылы2025
#РәсәйГеройыКөнө
#ХәтерләйбеҙҒорурланабыҙ

9 декабрь Рәсәй Геройы көнөндә өлкәндәр төркөмөндә Рәсәй президенты иғлан иткән 2025 йыл Ватанды һаҡлаусылар йылын йомғаҡлау сараһы уҙҙы.
Йыл барышында "Бөйөк Еңеүгә 80 йыл " иртәлеге, "Хәтер һәм ҡайғы көнө", Хәтер шәмдәре", "Билдәһеҙ һалдат" , әңгәмәләр, эшмәкәрлектәр үткәрелде.
Ә тантаналы сара Рәсәй һәм Башҡортостан Гимндарын тыңлауҙан башланды.
Тәрбиәләнеүселәр Сибай ҡалаһының Советтар Союзы Геройы Фёдор Белов һәм махсус хәрби операция Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамов тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алды. Шулай уҡ тәрбиәселәр Мәхмүтова Ф. Ә., Әминева А.В. әҙерләгән презентация аша Сибай ҡалаһының Хәрби Дан ҡомартҡылары урындары менән яҡындан танышты.
Төрлө йылдарҙа Ватаныбыҙҙы һаҡлаған ата-бабаларға рәхмәт йөҙөнән Бер минутҡа тын ҡалды. Рәхмәтебеҙ шулай уҡ уйындар, йырҙар, мәҡәлдәр, шиғырҙарҙа сағылды.
Сараға мәктәпкә әҙерлек балалары саҡырылды. Улар менән батырҙар тураһында мәҡәлдәр әйтелде, "Диңгеҙ азбукаһы" уйыны үткәрелде.
Балалар илһөйәрлек, ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙе үткәрелгән саранан һуң.
1155

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ