Рекламный баннер 990x90px bantop

29 ғинуарҙа Сибай ҡалаһында «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» Республика асыҡ конкурсының зональ этабы үтте.

12:11 03.02.2026 16+
29 ғинуарҙа Сибай ҡалаһында «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» Республика асыҡ конкурсының зональ этабы үтте.

Сибай ҡалаһы 6-сы зона тип иғлан ителде һәм унда Әбйәлил, Бөрйән, Учалы, Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ райондары һәм Учалы, Баймаҡ, Сибай ҡалалары инде.

Конкурста законлы никахта торған, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төбәктәрендә йәшәгән, башҡорт телендә һөйләшкән ғаиләләр ҡатнашты. Улар ғаиләнең ижади мөмкинлектәрен танытҡан видеороликтар әҙерләп, конкурсҡа ебәргәйне.


Сибай ҡалаһы кимәлендә уҙғарылған конкурста «Ғаилә ижады» номинацияһында беренсе урынға Әбйәлиловтар сыҡһа, икенсе урын Самарбаевтарға бирелде.
«Ғаилә кәсептәре» номинацияһында 1-се урынды Рәхимовтар,
2-се урынды Ирназаровтар, 3-сө урынды Аҫылбаевтар яуланы.
«Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре» номинацияһында беренсе урында Ғәйетбаевтар һәм Шәриповтар ғаиләләре, икенсе урынды Шәйәхмәтовтар һәм Бикбулатовтар, өсөнсө урынды Килдебаевтар һәм Теләүҡабуловтар ғаилә алды.
«Махсус хәрби операция геройы ғаиләһе» номинацияһында
1-се урын Асҡаровтар ғаиләһенә бирелде.
«Күп балалы башҡорт ғаиләһе» номинацияһында 1-се урынды Өмөтбаевтар ғаиләһе яуланы.
Абдуллиндар, Вәлиулиндар, Дауытбаевтар, Мортазиндар, Ҡоломбәтовтар, Ульябаевтар ғаиләләре конкурста ҡатнашҡандары өсөн Дипломдар менән бүләкләнә.

Конкурстың зона этабына ун дүрт ғаилә үтте. Улар араһында
«Ғаилә ижады» номинацияһында:
1-се урынды Әбйәлил районынан Ишаевтарға,
2-се урын Сибай ҡалаһынан Әбйәлиловтарға,
3-сө урын Йылайыр районынан Үтәшевтарға бирелде.
«Ғаилә кәсептәре» номинацияһында
1-се урын Сибай ҡалаһынан Рәхимовтарға бирелде.
“Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре” номинацияһында
1-се урынды Сибай ҡалаһынан Шәриповтар,
2-се урынды Ғәйетбаевтар,
3-сө урынды Баймаҡ районынан Хөсәйеновтар яуланы.
«Махсус хәрби операция геройы ғаиләһе» номинацияһында
1-се урынды Хәйбулла районынан Исҡужиндар һәм Бөрйән районынан Ғәрифуллиндар ғаиләһе бүлеште.
2-се урын Баймаҡ районынан Мәжитовтарға,
3-сө урын Сибай ҡалаһынан Асҡаровтар ғаиләһенә бирелде.
«Күп балалы башҡорт ғаиләһе» номинацияһында
1-се урынды Бөрйән районынан Фәхрияновтар,
2-се урынды Сибай ҡалаһынан Өмөтбаевтар,
3-сө урында Учалы районынан Юлдашевтар ғаиләһе яуланы.

Шулай итеп, «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсының республика этабында беренсе урынды яулаусылар ҡатнашасаҡ.
885

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ