Рекламный баннер 990x90px bantop
11 февраль көнө композитор Шаинский В
21:07 12.02.2026 16+
11 февраль көнө композитор Шаинский В. Я тыуыуына 100 йыл айҡанлы Балалар Сәнғәт Мәктәбендә ҡала кимәлендә уҙғарылған вокал һәм вокаль ансамбльдәре конкурсы булып үтте. Был конкурста "Сулпылар" балалар баҡсаһы өлкәндәр төркөмө тәрбиәләнеүсеһе Әхмәрова Радмила үҙенең моңло тауышы менән "Белые кораблики" тип исемләнгән йырҙы йырлап Гран-при яуланы, етәксеһе: Ғәлина Гөлдәниә Миңлеғәле ҡыҙы. Шулай уҡ, конкурста мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре лә актив ҡатнашты, Моҫтаева Камилла "Улыбка" йырын башҡарып өсөнсө урын яулаһа, шул уҡ мәктәпкә әҙерлек төркөмөнән "Сулпылар" ансамбле, педагог психолог Йәнғолова Гөлфинә Ғәфүр ҡыҙы етәкселегендә, "Антошка" йырын башҡарып икенсе урын яуланылар. Афарин балалар! Конкурста В. Я Шаинскийҙың төрлө йырҙары яңғыраны, һәр башҡарыусылар үҙенсәлекле итеп йырланылар. Аҙаҡ иһә, конкурсанттарға грамоталар, тәмле күстәнәс һәм сертификаттар тапшырылды. Бәйге үткәреүселәргә, талантлы балалар өсөн педагогтарға, һәм ата - әсәләргә ҙур рәхмәт.



Оставить сообщение: