Рекламный баннер 990x90px bantop

Бөгөн, 8 июнь, Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнә.

14:53 08.06.2026 16+
Бөгөн, 8 июнь, Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнә.

Ошо байрам айҡанлы 6 июндә Бөрйән районының “Шүлгәнташ мәмерйәһе” музейы-ҡурсаулығында ҙур сара үтте.

“Урал батыр” эпосын – донъя халыҡтарының рухи мираҫы булып танылған, башҡорттарҙың асылын һаҡлаған ҡомартҡыны данлаған байрамда Сибай концерт-театр берекмәһенең коллективы ла үҙенең тос өлөшөн индерҙе.

Байрам концертын «Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Тарпан” этно-фолк төркөмө, йырсылары Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рөстәм Хәсәнов, Ғаяз Ғәйетбаев, Зилиә Бәхтиева һәм Фаил Йортбәков, Мира Харрасова йәмләнеләр.
«Урал-батыр» эпосы мотивтары буйынса әҙерләнгән театрлаштырылған тамашала "Сулпан" балалар театры артистары ҡатнашты.

Сараның рәсми өлөшөндә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев, Башҡортостан мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов тәбрикләне.

Сараны ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы.

Источник: Сибайское концертно-театральное объединение

#Сибай #Культура #ГодЕдинстваНародовРоссии #ГодБольшойИДружнойСемьи
1022

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ