Рекламный баннер 990x90px bantop

13 июнь Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы Ленинград өлкәһенең Всеволожск районы Энколово ауылында үткән ҙур сарала — Төбәк-ара Һабантуй байрамында ҡатнашты

10:25 16.06.2026 16+
13 июнь Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы Ленинград өлкәһенең Всеволожск районы Энколово ауылында үткән ҙур сарала — Төбәк-ара Һабантуй байрамында ҡатнашты. Был сара нисә йыл рәттән үткәрелеп, илебеҙ төбәктәре араһында ысын мәғәнәһендә дуҫлыҡ һәм мәҙәни алмашыу символына әйләнде.

Байрамда беҙҙең артистарыбыҙ Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәтен һәм сәнғәтен лайыҡлы күрһәтте.

Башҡорт ихатаһы алдында почетлы ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуҙа ҡатнашты, төп сәхнәлә милли колорит менән һуғарылған бай концерт программаһын тәҡдим итте.

Йырсылар, музыканттарыбыҙҙың башҡарған моңло йырҙары, көйҙәре, "Сибай" халыҡ бейеүҙәре ансамбленең дәртле бейеүҙәре милләттәштәребеҙгә, майҙан ҡунаҡтарына яҡшы кәйеф, күңел күтәренкелеге өҫтәне.
Коллективтың сығышы байрамға йыйылған халыҡты берләштерҙе, сараның сағыу биҙәге булды.

Источник: Сибайское концертно-театральное объединение

#Сибай #Культура #Сабантуй #ГодЕдинстваНародовРоссии #ГодБольшойИДружнойСемьи
1180

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ