Рекламный баннер 990x90px bantop

«Юл билдәләре донъяһына сәйәхәт»

09:25 05.10.2026 16+
«Юл билдәләре донъяһына сәйәхәт»

Беҙҙең "Алтынай" балалар баҡсаһының "Алтын балыҡ" уртансылар төркөмөндә юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә арналған сара уҙҙы. Балалар өсөн был көн ысын байрамға әйләнде!

Байрамыбыҙға махсус ҡунаҡ — юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы Үҙәнбаева Айғөл Әхмәҙулла ҡыҙы килде. Ул балаларға юлда үҙеңде нисек дөрөҫ тоторға кәрәклеген аңлатты һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡабатланы.

Сара барышында кескәйҙәребеҙ үҙҙәренең һәләттәрен күрһәттеләр:
Юл ҡағиҙәләре тураһында йырҙар йырланылар;
Матур шиғырҙар һөйләнеләр;
Күңелле бейеүҙәр бейенеләр.

Был күркәм сараға ата-әсәләр ҙә ҙур өлөш индерҙеләр! Улар үҙ ҡулдары менән эшләгән ижади ҡул эштәрен күргәҙмәгә тәҡдим иттеләр. Һәр эш үҙенсәлекле һәм матур ҡабатланмаҫ ине.

Юлдарыбыҙ һәр ваҡыт хәүефһеҙ, ә балаларыбыҙ иғтибарлы булһын!
89

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ