Рекламный баннер 990x90px bantop

#детскийсадАлтынай

19:26 12.10.2026 16+
#детскийсадАлтынай
#ДеньРеспубликиБашкортостан2026

«Алтынай» балалар баҡсаһында Республика көнөн күңелле һәм берҙәм ҡаршыланыҡ!
Был тантаналы сарала уртансылар, өлкәндәр һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмдәре ҡатнашты. Байрам залыбыҙ тыуған яҡҡа ҡарата ғорурлыҡ, йылылыҡ һәм һөйөү тойғолары менән тулды.
Балалар Башҡортостандың гүзәл тәбиғәте, киң урмандары һәм мәғрүр тауҙары тураһында йөрәктәрҙе елкендерерлек шиғырҙар һөйләне. Бергәләп йырҙар йырланылар, матур халыҡ бейеүҙе лә булды.Иң ҡыҙыҡлы мәле — байрамға ысын ҡаһарман Батырҙың килеүе булды! Ул үҙе менән дәртле уйындар һәм шатлыҡ алып килде. Уйын мәлендә һәр кем үҙенең етеҙлеген, батырлығын һәм берҙәмлеген күрһәтә алды.
Байрам бик сағыу, фәһемле һәм иҫтә ҡалырлыҡ үтте! Балаларыбыҙҙың бәләкәйҙән үк тыуған Башҡортостаныбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен һәм йолаларын хөрмәт итергә өйрәнеүҙәренә сикһеҙ шатбыҙ.
414

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ